Республика һәм район биләмәһендә 23-нән 29 декабргә тиклем «Внедорожник» профилактик сараһы уҙғарыла. Уның барышында техник күҙәтеү инспекторҙары, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, урман хужалығы вәкилдәре менән берлектә ҡышҡы осорҙа ҡулланылған ҡаргиҙәрҙәр, мототехникаға тикшереү үткәрә. Бынан тыш теркәлмәгән һәм быйыл техник тикшереү үтмәгән үҙйөрөшлө техника ла күҙ уңында буласаҡ.