Рәсәй Президенты В. Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, эшләүсе граждандарҙың хеҙмәт кенәгәләрен электрон форматҡа күсереү башлана. Эш биреүсе һәр хеҙмәткәр тураһында тулы мәғлүмәт туплап, уны электрон рәүештә тултыра һәм ай һайын Пенсия фондының мәғлүмәт системаһына ебәрәсәк. Электрон хеҙмәт кенәгәләре киләһе йылдан ҡулланылышҡа индереләсәк. Шул уҡ ваҡытта документтың ҡағыҙ формаһы ла ғәмәлдә ҡала.