+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 17:35

СНЮС тигән ағыу һатыуҙан алынырға тейеш

Тәмәке урынына ҡулланылған кәнфит тип һатылған никотинлы ҡатнашма СНЮС исеме аҫтында сауҙа нөктәләрендә иркен һатылыуы, уны хатта мәктәп балалары ҡуллана алыуы оло фажиғәгә килтерә яҙҙы. Республиканың бер нисә районында уҡыусыларҙың ошо матдә менән ағыуланып реанимацияға эләгеү осраҡтары теркәлде. Был бәләнән ҡотолоу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров сауҙа нөктәләренә бер тәүлек эсендә СНЮС-тарҙы һатыу кәштәләренән алырға ҡушты. Ә республика прокуратураһы БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәмәкегә алмашҡа һатылған ҡатнашма һәм ҡоролмаларҙы һатыуҙы тыйыу тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә һәм бәлиғ булмағандарға составында никотин булған кәнфит йәки һағыҙ кеүек ҡатнашмаларҙы һатыуҙы тыйырға тәҡдим итте.


Читайте нас: