РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6, 8 ғинуар — Яңы йыл каникулдары була. Ә 7 ғинуарҙа Раштыуа байрамы билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта 4 һәм 5 ғинуар 2020 йылда шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, 4 ғинуарҙың ялы — 4 майға, 5 ғинуарҙың ялы — 5 майға күсерелеп, май айындағы ял көндәре лә оҙайтыла. 31 декабрҙәге эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла һәм 9 ғинуарҙа эш аҙнаһы башлана.