Хаҡтар артыу тағы бер өлкәгә — торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағыла. Башҡортостан Хөкүмәте раҫлаған ҡарарға ярашлы, алты ҡатлы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр капиталь ремонтҡа торлаҡтың квадрат метры өсөн 6,9 һум түләйәсәк. Алты ҡатлынан бейегерәк йорттарҙа йәшәүселәр өсөн был сумма 7,5 һум күләмендә билдәләнә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Б. Беляев белдереүенсә, республикала капиталь ремонт өсөн түләү Рәсәй төбәктәре менән сағыштырғанда иң түбәне һанала, инфляция кимәленә ярашлы, уны индексациялауҙары ла ихтимал.