+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 12:52

Халыҡтың хәүефһеҙлеге тәүге урында

Республика Башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл байрамдары осоронда кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе юғары кимәлдә ойошторорға ҡушты. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа бөтә район-ҡалаларҙа полиция хеҙмәткәрҙәре һаҡта торасаҡ. Уларҙың бурысы: террор акттарын иҫкәртеү, хулиганлыҡ осраҡтарын асыҡлау, законды күҙәтеү. Балалар өсөн уйындар үткәрелгән майҙансыҡтар хоҡуҡ һаҡсыларынан тыш, ҡотҡарыусылар күҙәтеүе аҫтында ла буласаҡ. Бынан тыш юлдарҙа патрулдәрҙе көсәйтеү планға алынған.


Читайте нас: