Байрамдар осоронда почта бүлексәләренең эш графигы билдәләнде. 31 декабрҙә уларҙың эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. 1, 2, һәм 7 ғинуар төбәктә почталар өсөн ял көндәре була, был көндәрҙә гәзит-журналдар, хаттар таратылмай. 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа бүлексәләр ғәҙәти режимда эшләй башлай. Ауыл ерендә почтальондар өсөн айырым график булыуы ла ихтимал.