Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 12:02

Уҡыусылар ҙа грантҡа дәғүә итә ала

Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев раҫлаған ҡарарға ярашлы, математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән мәктәп уҡыусылары дәүләттән 125 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнәсәк. Гранттарҙы бүлеү һәм түләү «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә атҡарыласаҡ, тип хәбәр итә «Российская газета». Интеллектуаль һынауҙарҙа иң юғары һөҙөмтә күрһәткән, төрлө олимпиадалар һәм конкурстар дипломдарына эйә булған, уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән һәм математика, информатика өлкәһендә киң белем даирәһе күрһәткән 18 йәшкә тиклемге балалар ошо дәүләт ярҙамына дәғүә итә. Бер тапҡыр түләнә торған гранттың күләме — 125 мең һум. Быйыл барлығы 850 грант биреләсәк.
Читайте нас в