+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 12:31

Ғаиләлә үҙенсәлекле бала тәрбиәләнһә

23 ғинуарҙа Әбйәлил районы хакимиәте һәм район инвалидтар йәмғиәте Йәштәр йорто бинаһында «Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләүсе ғаиләләр. Хоҡуҡтар. Мөмкинлектәр. Проблемалар» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үткәрә. 10-дан 11 сәғәткә тиклем — райондың социаль хеҙмәттәр етәкселәре шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итә; юрист, психологтар консультацияһы; 11 сәғәттә — район хакимиәте етәкселәре, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль яҡлау, МФЦ, социаль страховкалау фонды, һалым хеҙмәте, КУС, архитектура һәм мәҙәниәт бүлектәре белгестәре ҡатнашлығындағы «түңәрәк өҫтәл» ултырышы. «Түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүгә үҙенсәлекле бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр саҡырыла. Башлана 11 сәғәттә.
Читайте нас: