+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 12:40

Башҡорт теле йылына старт бирелде

Белеүегеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының быйылғы йылды Башҡорт теле йылы итеп үткәреү тураһындағы инициативаһы республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров тарафынан хуплау тапты. Ошо көндәрҙә ойоштороу комитетының тәүге ултырышы булып, саралар планы раҫланды. Башҡорт теле йылы сиктәрендә башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү, шул иҫәптән экспресс-өйрәнеү маҡсатында төрлө йәштәгеләр өсөн әсбаптар булдырыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ популярлаштырыу, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә белем биреү процесы аша башҡорт телен үҫтереү, туған телде йәштәр, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр араһында таратыуға булышлыҡ итеү һәм башҡорт телен уҡытыу буйынса төрлө майҙансыҡтар булдырыу ҡаралған. Йылға йомғаҡ 14 декабрҙә яһала.


Читайте нас: