+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 12:39

Йортһоҙ ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда ваҡытлыса торлаҡһыҙ ҡалған кешеләргә (халыҡ телендә «бомж» тип йөрөтөлөүселәргә) социаль реабилитация үткәреү буйынса программа тормошҡа ашырыласаҡ, тип яҙа «Башинформ». Яҙмыш ҡушыуы буйынса йортһоҙ, туғандарһыҙ, эшһеҙ, ғаиләһеҙ ҡалып, урамда көн күрергә мәжбүр булған граждандар был майҙансыҡтарҙа социаль статусын билдәләү, яҡындарын табыу, документтарын тергеҙеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Уларҙы эшкә урынлаштырыу шарттарын да ҡараясаҡтар. Социаль адаптация менән шөғөлләнеүсе ойошмаға финанс ярҙам күрһәтеү ҙә хуплана. Нигеҙҙә аҙыҡ-түлек, йыуыу-йыуыныу саралары, канцелярия тауарҙарына мохтажлыҡ кисерәләр.


Читайте нас: