Быйыл Башҡортостанда дүрт онкология үҙәге асыла, тип хәбәр итә «Башинформ». Әлеге ваҡытта яман шеш менән сирлеләрҙе тикшереү, ҡабул итеү буйынса махсуслашҡан үҙәктәр Өфөләге 13-сө дауаханала, Күмертауҙа, Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа бар. Март аҙағында ошондай уҡ үҙәк Стәрлетамаҡта асыласаҡ, тип көтөлә. Онкологияны диагностикалау ҡорамалдары базаһын яңыртыу буйынса эш дауам итә. Әммә республикала онкологтар етешмәй — бөгөн 120 белгескә ҡытлыҡ бар.