Рәсәй вуздарында белем алыусы студенттар 5 февраль Өфөгә #ӨЙҘӘ форумына саҡырыла. Сарала ҡатнашырға теләүселәр 1 февралгә тиклем сайтта электрон теркәлеү үтергә тейеш. 4 – 6 февралдә форумда ҡатнашыусылар республика биләмәһендә һәм баш ҡалала «Башавтотранс» ДУП-ы транспортында бушлай йөрөү хоҡуғына эйә. Бының өсөн ҡатнашыусы танытмаһы кәрәк.