+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 13:11

Ҡытайға короновирус һөжүм итә

Бөтә донъяны хәүефкә һалған короновирус сығанағы, Ҡытай эпидемиологтары билдәләүенсә, Ухан ҡалаһындағы баҙарҙа һатылған ҡырағай хайуандар итендә булған. Билдәһеҙ вирус, көндән-көн таралып, һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, зарарланыусылар һаны — 2,7 мең кешегә еткән, ауырып үлеүселәр һаны 80-дән ашҡан. Илдең ҡайһы бер ҡалалары һәм ауылдары карантинға ябылған, ҡырағай йәнлектәрҙең итен һатыу тыйылған. Күп илдәр, шулай уҡ Рәсәй ҙә, үҙ граждандарына Ҡытайға сәйәхәт итеүҙән тыйылып тороуҙы һорай. Өфөнән был илгә самолет рейстары ваҡытлыса туҡтатылды.
Читайте нас: