Бәлиғ булмағандарға тәмәке тип иҫәпләнмәгән тауарҙы һәм электрон вейптарҙы һатыуҙы сикләүсе законды үткән аҙнала БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте. Балалар һәм үҫмерҙәргә снюс, вейп йәки кальян һатҡан эшҡыуарҙар, яңы ҡанунға ярашлы, ҙур күләмдә штраф түләргә мәжбүр буласаҡ. Физик берәмектәргә ул 4 мең һумға тиклем, вазифауи кешеләргә — 40 мең һумға тиклем, юридик берәмектәргә 200 мең һумға тиклем билдәләнгән.