Роспотребнадзорҙың республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан киҫкен респиратор инфекция һәм киҙеү менән ауырыусылар һаны ҡапыл артҡан. Ошо аҙна эсендә генә төбәктә 27,5 мең кеше сирләп киткән. Бөгөнгө көнгә республиканың 11 мәктәбе һәм бер балалар баҡсаһы карантинға ябылған.