Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Мәскәү өлкәһендә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең төп храмы төҙөлә. Уның биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәре һәм фоторәсемдәренән торған ҙур мемориал булдырырға ниәтләйҙәр. 1418 метр оҙонлоҡтағы ябыҡ галереяла был иҫтәлекле һүрәттәр һанлы форматта ҡуйыласаҡ һәм уларҙа геройҙарҙың исемдәрен, яу юлын күрергә мөмкин буласаҡ. Был изге ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн бөтә ил халҡының ҡушылыуы мотлаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған йәки еңеп ҡайтҡан атай-олатайҙарығыҙҙың исем-шәрифен, фотоһүрәтен
https://foto.pamyat-naroda.ru/ порталына индерергә кәрәк.