+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 13:14

Юл инспекторҙары машинаның техник торошон тикшерә ала

Быйыл 8 июндән үҙ көсөнә инәсәк яңы ҡанунға ярашлы, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары автомобилдең техник күҙәтеү үтеү тураһында документын законһыҙ тип таба ала. Әгәр водитель машинаһына техник күҙәтеүҙе, диагностиканы ярашлы рәүештә башҡармаһа йәки аҡса түләп, кәрәкле ҡағыҙҙы һатып алһа, инспекторға быны асыҡлауы ауыр булмаясаҡ. Был законды индереү юлдарҙа тәғәйен диагностика үтмәгән, иҫке, йә үтә насар торошло машиналарҙың артыуына бәйле. Улар трассала хәүеф арттыра, авария осрағында пассажир һәм водителдең һәләк булыуына килтерә, сөнки төҙөк булмаған транспорт эсендә йәрәхәтләнеү мөмкинлеге бермә-бер арта, тигән фекерҙә закон сығарыусылар.


Читайте нас: