Республика Башлығы Радий Хәбиров һәр мәктәптә 1 марттан теш табибы кабинеты эшләй башларға тейеш тигән талап ҡуйҙы. Бөгөн 61 белем усағының 13 стоматология кабинеты ғына уҡыусыларҙы ҡабул итә башланы. Тағы 15 кабинеттың лицензияһы бар, һигеҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала. «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған йөкләмәгә ярашлы, уҡыусылар һаны 800-ҙән ашыу булған мәктәптәрҙә стоматология кабинеты булырға тейеш.