+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 13:56

«Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм Рауил ауыл биләмәһе хакимиәте 23 февралдә Ишҡол ауыл мәҙәниәт йортонда «Сәләмәт ауыл» район конкурсы сиктәрендә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, уҡыусылар араһында милли көрәш буйынса турнир уҙғара. Бөтәһе биш ауырлыҡ категорияһы билдәләнгән. Башлана 10 сәғәттә. Ярышҡа район мәктәптәре көрәшселәре һәм Рауил ауыл биләмәһендә йәшәүсе яугир-интернационалистар һәм Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары саҡырыла.
Читайте нас: