+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 11:20

Тарихи-мәҙәни үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк

Рәсәй төбәктәрендә башҡорт милли тарихи-мәҙәни үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан Республикаһына күрше ятҡан ете төбәктә, атап әйткәндә Татарстанда, Ханты-манси автономиялы округында, Пермь крайы, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асыласаҡ. Ошондай ҡарар менән Башҡортостан хөкүмәте Төбәк хоҡуҡи порталында танышырға мөмкин.
Бындай учреждениелар республика бюджеты иҫәбенә финансланасаҡ һәм йыл һайын уларға 15,4 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шуныла билдәләр кәрәк, улар Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары буласаҡ.

Читайте нас: