+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 12:03

Афарин, гимназистар!

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арнап, Сибай ҡалаһында үткән фәнни-ғәмәли конференцияла Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тормош һәм хәрби юлына бағышланған ғилми эше менән сығыш яһап, Герой исемен йөрөткән Асҡар гимназияһының 9-сы «б» класы уҡыусыһы Идилия Мәхмүтова (етәксеһе Ф. Ә. Һөйәрғолова) беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк конкурсында гимназияның 6-сы «в» класы уҡыусыһы Айгиз Мәғәфүров (етәксеһе А. С. Шәрәфетдинова) беренсе урын яуланы.
Читайте нас: