+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 12:05

Иң яҡшы муниципаль берәмекте һайлаясаҡтар

БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығы «Республиканың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсын иғлан итте. Башҡортостан райондары «Иң яҡшы муниципаль иҡтисади сәйәсәт», «Урындағы халыҡ менән иң яҡшы бәйләнеш», «Йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү», «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу, милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы муниципаль практика» кеүек номинацияларҙа билдәләнәсәк. Бынан тыш иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр һәм үҙидара органдары эшен иң шәп яҡтыртҡан журналистар бүләкләнәсәк. Заявкалар 20 мартҡа хәтлем ҡабул ителә.
Читайте нас: