Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап Рысҡужа ауылы клубында «Ауылымдың тоғро улдары» тип аталған матур кисә үтте. Уны клуб мөдире Фирүзә Хөсәйенова һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Мәғмүрә Хәсәнова ойошторҙо. Сәхнә түрендәге урын Тыуған илде һаҡлау буйынса изге бурысын намыҫ менән атҡарған ир-азаматтарға бирелде. Улар үҙҙәренең әрме тормошонан иҫтәлектәре менән бүлеште, үҙҙәре менән булған мәҙәк хәлдәрҙе һөйләне. Хәтирәләр концерт номерҙары менән аралаштырылды. Йәштәр, балалар сығыш яһаны. Мәғмүрә Хәсәнова ир-уҙамандарға бүләктәр тапшырҙы. Байрам айҡанлы ауылыбыҙҙың яңы старостаһы Ирәмән Басиров тәбрикләне. Уға тиклем был йәмәғәт бурысын лайыҡлы үтәгән Вәкил Баҡыевтың яҡты рухын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ.