+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 13:07

Йөк машиналарына сикләү индерелә

Республика юлдарында 1-нән 30 апрелгә тиклем йөк машиналарына ваҡытлыса сикләү индерелә. Ауыр йөк ташыусы транспорт саралары өсөн төбәк һәм муниципаль юлдар ябыласаҡ. Ашығыс йөк менән барған машиналарға трассанан үтеү өсөн рөхсәт ҡағыҙы алырға һәм махсус пошлина түләргә кәрәк буласаҡ. Яҙғы сикләү пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, дарыу препараттары, ауыл хужалығы кәрәк-яраҡтары (орлоҡ, мал аҙығы, мал-тыуар) ташыусы транспортҡа, почта машиналарына, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүгә йүнәлеүсе, юл ремонтлаусы техникаға, федераль башҡарма власть органдары автомобилдәренә ҡағылмай.


Читайте нас: