Муниципаль район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил биләмәһендә төҙөлөүсе «Ласселсбергер» компанияһының «Цемикс» заводында эшләгән Ҡытай граждандарына обсервация үткәрелде. «Тыуған иленә ялға ҡайтып килгән 14 эшсе бөтә кәрәкле медицина тикшереүҙәре үтеп, 25 февралдә уларҙан контроль анализдар алынды. Һөҙөмтәлә, береһендә лә коронавирус сығанағы табылманы», — тип белдерә Асҡар үҙәк дауаханаһы белгестәре.