Новости
6 Марта 2020, 07:14

Ҡотлайбыҙ, Альбина Ринат ҡыҙы!

Республиканың мәғарифты үҫтереү институтында күренекле публицист, драматург, шағир Ғәзим Шафиҡовтың ижадына бағышланған фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Билдәле шәхестең ижадын өйрәнеү буйынса 73 ғилми эш араһынан 11-е һайлап алынды. Улар араһында Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Муллахмәтова ла бар. Альбина Ринат ҡыҙы абруйлы жюри алдында үҙенең эшен лайыҡлы яҡлап, призер булды.


Читайте нас