Новости
6 Марта 2020, 07:09

Законһыҙ ҡоралды тапшырыу яҡшыраҡ

Эске эштәр бүлеге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары Илһам Килдейәров әйтеүенсә, ошо аҙнала «Арсенал» махсус профлиактик операцияһы үтә. Хоҡуҡ һаҡсыһы шәхси ҡоралдарҙы тапшырып, аҡса алыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итә. Мәҫәлән, газ ҡоралы өсөн — 5 мең һум, травматик мылтыҡ йәки пистолет өсөн — 7 мең һум, шыма көбәкле һунар мылтығы өсөн — 10 мең һум түләнә. Йортта законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлаған өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралғанлығы хаҡында ла онотмағыҙ.
Читайте нас