«Кескәйҙәрҙең донъяны танып-белеүендә халыҡ һынамыштары» тип исемләнгән яңы методик ҡулланма донъя күрҙе. Әсбап авторҙарының береһе — Ташбулат ауылындағы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зөлфиә Хәйбуллина. Ул оҙаҡ йылдар халыҡ педагогикаһына таянып, балаларға белем биреү процесын саф һауала ойошторғанда башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, уйындарын отошло ҡулланып эш итеү тәжрибәһен нигеҙ итеп алды. Фәнни етәксе — БР Мәғарифты үҫтереү ниституты доценты, педагогия фәндәре кандидаты З. Ғ. Нафиҡова. Методик ҡулланма халҡыбыҙҙың онотолоп барған һынамыштарына, ауыҙ-тел ижадына бай.