+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 12:53

8 мартҡа шәп бүләк!

Яңы Балапан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары 8 март байрамына йыр-бейеү, көлмәстәрҙән торған музыкаль «гөлләмә» алып ҡыуанды. Концертты ауылдың йыр-моң, нәфис һүҙ оҫталары, дәртле ир-егеттәр — Харис Рамаҙанов, Артур Суфиянов, Урал Зәйтүнов һәм уның 5 йәшлек улы Илсур, Илдус Зәйтүнов һәм улы Баязит, Ғәйәр, Ғамир, Әхмәҙи, Әлхәм Рәхимовтар, Раян Яҡуповтар әҙерләгәйне. Балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәс малайҙар ҙа әсәләрен ҡотлап, сәхнә тултырып йырлап, бейеп, күңелдәрҙе күтәрҙе. Тамаша тамамланғас та халыҡ таралышмай, Ғәйәр Рәхимовтың баянда башҡарған дәртле бейеү көйҙәренә рәхәтләнеп тыпырлатты. Абруйлы атай, ышаныслы тормош иптәше, өлгөлө йорт хужалары булған ир-егеттәргә күңелле байрам өсөн рәхмәт.

Гөлшат МӨХӘМӘТЙӘРОВА.
Читайте нас: