+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 12:54

Мөнәжәтселәр бәйге тота

19 мартта Ишҡол мәҙәниәт йортонда мөнәжәт, нәсихәт, бәйет һөйләүселәрҙең Башҡорт теле йылына арналған «Илде ил иткән — тел, рух, ер» район конкурсы уҙғарыла. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Башлана 10 сәғәттә. Конкурстың положениеһы менән «Бәйләнештә» сайтындағы «Әбйәлил районы. Район мәҙәниәт йорто» төркөмөндә танышырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 2-07-34.
Читайте нас: