Тал Ҡусҡары ауылында «Әйҙәгеҙ әле, өләсәйҙәр!» конкурсы гөрләп үтте. Сараны фельдшер Гүзәл Ғәбитова ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге тураһында лекция менән асты. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлниса Ниғмәтуллина ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттарға маҡтау ҡағыҙҙары таратты. Береһенән-береһе шәп һигеҙ өләсәй төрлө ижади, зирәклек, оҫталыҡ бәйгеләрендә һынау тотоп, һәләттәрен күрһәтте. Сулпан Дәүләтбаева — «Иң дәртле», Рәйсә Насирйәнова — «Иң әүҙем», Мөнирә Әминева — «Иң һөйкөмлө», Сәфинә Ямалова — «Иң мөләйем», Хәнифә Махийәнова — «Иң моңло», Дилара Хәйруллина — «Иң ҡыйыу», Сәхибә Ғәлина — «Иң шаян», Гөлнара Ғиззәтова «Иң йәш өләсәй» номинацияларында билдәләнде. Бәйгелә ҡатнашҡан өләсәйҙәр бағымсы, ауыл Советы депутаты Фәрит Шәриповтың бүләктәрен алып ҡыуанды.