+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 12:15

Һәр бер шылтыратыу мөһим

16-һынан 27 мартҡа тиклем республика һәм район биләмәһендә «Үлем менән сауҙа итеүселәр хаҡында хәбәр ит!» профилактик акцияһы үтә. Уның маҡсаты — наркотик ҡулланыусылар, ағыулы матдәләр менән һатыу итеүселәр, спайсты рекламалаусыларҙы, наркопритондарҙы асыҡлау. Был турала ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, кисекмәҫтән ышаныс телефонына — 8-800-7000-183, 8 (347) 273-09-00, йәки район эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса оперуполномоченныйҙарына 8-967-737-00-02, 8-905-000-49-47 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала. Анонимлыҡ гарантиялана. Ваҡытында еткерелгән хәбәр, мәғлүмәт наркотиктар таратыуҙы иҫкәртәсәк, йәш быуынды замана афәтенән аралаясаҡ икәнлеген онотмағыҙ.


Читайте нас: