+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 12:09

Вирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн

Белеүегеҙсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы COVID-19 вирусы ныҡ таралыу һәм Европа илдәренә лә үтеп инеүе сәбәпле, Ер шарында пандемия иғлан итте. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 129 илдә 150 меңдән ашыу кеше коронавирус менән зарарланған, 5,8 мең кеше үлгән. Рәсәйҙә коронавирус осраҡтары әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулай ҙа, ҡурҡыныс сирҙе иҫкәртеү өсөн күмәк кеше ҡатнашлығында саралар тыйыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан сараларҙы, шул иҫәптән спорт, мәҙәни бәйгеләрҙе туҡтатып торорға фарман бирҙе. Был ҡарар 20 апрелгә тиклем ғәмәлдә була. Шулай уҡ республика халҡына сит илгә сәфәрҙәрҙән тыйылып торорға кәңәш ителә. Мәғариф министрлығы яҙғы каникулдарҙы оҙайтыу, хатта бер аҙға дистанцион уҡыуға күсеү мөмкинлеген дә күҙ уңында тота.


Читайте нас: