+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 12:52

Балаларға күңелле ял

Амангилде урта мәктәбендә бик ҙур ойошҡанлыҡ менән ҡышты оҙаттылар. Мәктәп ихатаhы шау-гөр килеп торҙо. Балалар саңғыла ярышты, төрлө спорт уйындарында ҡатнашты. Һәр класс уңған әсәйҙәр hәм класс етәксеһе ярҙамы менән самауырҙар ҡайнатып, мул һыйлы өҫтәл әҙерләне. Өҫтәлдәр башлыса тематик стилдә биҙәлеп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Уңғандар, хатта буҙа ла өлгөрткәндәр. Балалар өсөн бик күңелле ял ойошторолдо. Туҡталҡаларҙы биҙәү буйынса бәләкәйҙәр араһында 1-се класс, өлкәндәрҙән һигеҙенселәр еңеүсе булды.

Венера МАНСУРОВА.


Читайте нас: