«Ғаилә Яңы йыл уйындары–2020» республика спорт фестивалендә еңеү яулап, «Крауноусольск» шифаханаһына юллама менән бүләкләнгән Амангилде ауылынан Нәйлә һәм Илнур Даушевтарҙың ғаиләһе бер аҙналыҡ ялда булып ҡайтты. «Шифаханала шул тиклем оҡшаны. Иҫ киткес матур. Бассейнда һыу индек, экскурсияларға йөрөнөк. Шифалы һыуҙы эсеп кинәндек, минераль ванналар алдыҡ», — ти улар ҙур ҡәнәғәтлек менән. Юллама ярышта ҡатнашҡан команда составындағы өс кешегә генә иҫәпләнһә лә, Даушевтар өҫтәмә түләү шарты менән Динисламдан тыш, Илдар һәм Азизаны ла алып барған.