+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 16:45

Берҙәм дәүләт имтихандары күсерелә

Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн имтихандар күсерелеүе тураһында белдерҙе. 11-се кластар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары 8 июндә, 9-сы кластар өсөн дөйөм дәүләт имтихандары 9 июндә башланасаҡ. Артабан балалар кластарҙа уҡытылырмы-юҡмы, әлегә билдәһеҙ, был һорауға аныҡлыҡ киләһе аҙнала индереләсәк, тинеләр ведомствола. Төбәктәрҙә дистанцион уҡытыу процесын ойоштороуға бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линия»лар эшләй. Мәғариф министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе «ҡыҙыу линия» һаны — 8-800-200-91-85. Берҙәм дәүләт имтихандары күсерелеү сәбәпле, вуздарҙа документтар ҡабул итеү мөҙҙәте лә үҙгәрәсәк. Хатта уҡыу йылы 1 сентябрҙә түгел, ә һуңыраҡ башланыуы ихтимал.


Читайте нас: