-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 16:44

Рәсәй сиктәре тулыһынса ябылды

«Российская газета» хәбәр итеүенсә, кисә, 30 мартта, Рәсәй Федерацияһы бөтә сиктәрҙе япты. Коронавирустың ил биләмәһенә контролһеҙ үтеп инеүен туҡтатыу маҡсатында Хөкүмәт бөтә сараларҙы күрергә тырыша. Ошоға тиклем сит ил граждандарына Рәсәйгә инеү тыйыла ине һәм халыҡ-ара авиамаршруттар ябылғайны. Был аҙналағы күрһәтмә машина һәм поезд юлдарын да сикләне. Шулай итеп, Рәсәй тулы изоляция режимында ҡалды. Сикләү ашығыс дипломатик сәфәрҙәргә, мөһим йөк ташыусы транспортҡа, туғаны үлеү сәбәпле, сик аша сығырға мәжбүр булған РФ граждандарына ҡағылмай. Шулай уҡ Президент иғлан иткән 3 апрелгә тиклемге ял аҙнаһында һәр кемгә өйҙә ҡалырға кәңәш ителә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы килтергән һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы менән сирләүсе 1534 кеше асыҡланған (иң күбе — Мәскәүҙә), 8 кеше вафат булған, 64 кеше дауаланған. Башҡортостанда әлегә 5 осраҡ, COVID-19 вирусын йоҡтороуҙа шикле 92 кеше стационарҙарға күҙәтеү аҫтына алынған, улар араһында балалар ҙа бар.


Читайте нас: