+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 16:43

Сауҙа үҙәктәре эшләмәй

Республика Башлығы Радий Хәбиров пандемияға әҙерлек режимын көсәйтеп, 65 йәштән уҙған ололарға бөтөнләй өйҙән сыҡмаҫҡа тигән бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. «Оло йәштәгеләр вирусҡа тиҙ бирешә, уларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн ошондай сара күрергә мәжбүрбеҙ», — тине ул. Шулай уҡ төбәк етәксеһе 5 апрелгә тиклем бөтә сауҙа үҙәктәрен, күңел асыу урындарын, матурлыҡ салондарын, бөҙрәханаларҙы, сауна һәм солярийҙарҙы, бассейндарҙы ябыу тураһында күрһәтмә бирҙе. Дарыухана, аҙыҡ-түлек магазиндары, төҙөлөш материалдары, хужалыҡ тауарҙары менән сауҙа итеүселәр элекке режимда эшләйәсәк.
Читайте нас: