+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 12:26

Өфөнән Белоретҡа юл ябыҡ

Белорет районы хакимиәте үткән аҙнала районға Өфө тарафынан юлды ябыуы тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ коронавирус инфекцияһы таралыуҙы сикләү маҡсатында Магнитогорск һәм Учалы ҡалалары йүнәлешендә лә трассаны ваҡытлыса ябырға тура килгән. Постарҙа юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары торасаҡ. Силәбе өлкәһенән Әбйәлил районына ингән юлдар ҙа патрулгә алынды, унан транзит автомобилдәр үтә алмай, машиналар ағымын кәметеп, полиция уларҙы ентекле тикшерә. Ҡалаға эшкә барып-ҡайтыусылар махсус белешмә менән йөрөй ала.


Читайте нас: