+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 12:25

«Ҡош юлы» быйыл Ҡыйғыға саҡыра

Башҡортостанда «Ҡош юлы» бард фестивале старт алды. Быйыл башҡорт шағиры Рафаэль Сафиндың ижадына арналған гитарала уйнап башҡорт йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе 24 - 26 июлдә Ҡыйғы районында уҙасаҡ, тип күҙаллана. Фестивалдә ҡатнашыуға заявкалар «Бәйләнештә» сайтында «Ҡош юлы»ның рәсми сәхифәһендә 1 апрелдән 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. 17 йәшкә тиклемге һәм унан өлкән йәштәге йырсылар төрлө жанрҙағы ике йыр тәҡдим итергә тейеш. Гитаристар дуэттары ла бәйгегә йырҙарын ебәрә ала. 2-се турға үтеүселәр 5 июлдә билдәле була.
Читайте нас: