БР мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, дистанциялы уҡыуҙың тәүге аҙнаһында балаларға «икеле» һәм «өслө» билдәләре ҡуйылмаясаҡ. «Бер аҙна уҡып, йөкләмә-күнегеүҙәрҙе үтәп, тәжрибә туплағас ҡына, электрон журналда билдәләр ҡуйыла башлаясаҡ», — тине министр. Башланғыс кластар көнөнә дүрт дәрес, урта звено — алты дәрес, өлкән кластар ете дәрес уҡый.