Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын хәүефе ҙур булған йылғаларҙа һыу кимәле артҡан. Һыу ятҡылыҡтарында һәм ҙур йылғаларҙа боҙ китеүе, һыу күтәрелеүе тураһында мәғлүмәт «Паводок» геоинформация системаһында ла бирелгән. Быйылғы яҙғы ташҡын 17-һенән 26 апрелгә тиклем көтөлә.