+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 15:18

Асыҡ тыңлауҙар үтте

Район хакимиәтендә Әбйәлил районы муниципаль районының 2019 йылда бюджеты үтәлеше тураһында асыҡ тыңлауҙар үтте. Асыҡ тыңлауҙарҙа 26 кеше ҡатнашты.

Уҙған йылда төп финанс документының үтәлеше хаҡында отчет менән район башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова сығыш яһаны.

Бюджеттың үтәлешен тикшереүҙә муниципаль район Советының бюджет, һалымдар, милек мәсьәләләре һәм инвестиция сәйәсәте буйынса даими комиссияһы рәйесе Н. З. Әхтәмов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов ҡатнашты.

Асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыусылар «Әбйәлил районы муниципаль районының 2019 йылда бюджеты үтәлеше тураһындағы йыллыҡ отчетты раҫлау тураһында» ҡарар проектын хупларға һәм Советтың сираттағы ултырышы ҡарамағына сығарырға ҡарар итте.


Читайте нас: