14 апрелдә муниципаль район Советының сираттағы, 31-се ултырышы үтә. Көн тәртибендә Әбйәлил районы муниципаль районының 2019 йылға бюджеты буйынса йыллыҡ отчетын раҫлау, айырым эшмәкәрлек төрҙәре килеменә берҙәм һалым тураһында район Советы ҡарарына үҙгәрештәр индереү, муниципаль район биләмәһендә контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге буйынса отчет, район биләмәһендә муниципаль программалар үтәлеше буйынса отчет, Әбйәлил районында агросәнәғәт комплексы хужалыҡтары үҫеше һәм уларҙың 2020 йылғы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге, ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе ойоштороу буйынса ауыл биләмәләре башлыҡтарының отчеты, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн муниципаль милеккә ҡуртым хаҡынан азат итеү кеүек мәсьәләләр ҡараласаҡ. Башлана 11 сәғәттә.