+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:10

Банктың Асҡар бүлексәһе күршеләргә ярҙамға килә

Сибай ҡалаһында коронавирус буйынса хәүефле хәл килеп тыуыуы арҡаһында, ҡалалағы Һаҡлыҡ банкы офистары хеҙмәткәрҙәренә тулыһынса үҙ аллы изоляцияға китергә тура килде. Бында йәшәүсе халыҡ өсөн түләмдәрҙе башҡарыу, аҡса күсереү кеүек алымдар үтә ҡатмарлашты. Күрше ҡала халҡының хәлен еңеләйтеү маҡсатында Һаҡлыҡ банкының Асҡар бүлексәһе ярҙамға ашыҡты. Офис етәксеһе Фирғәт Матинов үҙенең командаһы менән аҙнаһына өс тапҡыр Сибайға барып, ҡала халҡына ҡабул итеү үткәрә. Ауыр шарттарҙа банк эшмәкәрлеген туҡтатмаған Асҡар офисы хеҙмәткәрҙәренә БР Һаҡлыҡ банкы етәксеһе Марат Мансуров ҙур рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: