Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:09

Башҡортса таҡмаҡ оҫталары саҡырыла

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Таҡмаҡ-баттл иғлан итте. Ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшәгән төбәктә сығарылған башҡорт таҡмаҡтарын йәки үҙе ижад иткән таҡмаҡты башҡарып, 3 минутлыҡ видеоға төшөрөргә һәм 30 июнгә тиклем конкурстың «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһенә ебәрергә тейеш. Бәйгелә һәр кем: яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, ижади коллективтар ҙа, балалар ансамблдәре лә ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ. Иң йәш ҡатнашыусы махсус приз менән билдәләнәсәк. Шулай уҡ актерлыҡ оҫталығы, үҙенсәлекле жанр, иң төртмә таҡмаҡ баһаланасаҡ. Еңеүсене төп приз — «Яҡты-Күл» шифаханаһына ике кешелек юллама көтә.


Читайте нас в