+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 12:48

Малдар көтөүҙә йөрөргә тейеш

Дауытта үткән йыйында ауыл көтөүен ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Дамир Харрасов шәхси хужалыҡтарҙа аҫыралыусы малдар өсөн көтөү мотлаҡ булыуын билдәләне. Юл буйҙарында, урамдарҙа ҡарауһыҙ йөрөгән һыйыр-башмаҡтар Асҡарҙа төҙөләсәк махсус бикләү урынына ҡыуыласаҡ, тине ул. Малды бикләнгән урындан кире сығарып алыу өсөн, уның эйәһенә ҙур ғына суммала штраф түләргә тура киләсәк. Мал үҙеңдеке икәнлеген иҫбатларға ла кәрәк, ә бының өсөн уға бирка ҡуйылған булырға тейеш.


Читайте нас: