+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 12:33

Гәзиттәргә осһоҙ хаҡҡа яҙылырға була

20-нән 30 апрелгә тиклем республикала матбуғат сараларына яҙылыуҙың ташламалы ун көнлөгө иғлан ителде. Был осорҙа гәзит-журналдарға 10 процентлыҡ ташлама менән киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин. Рәсәйҙә изоляция режимы индерелгән осорҙа киң мәғлүмәт саралары эшен туҡтатмай, беҙ һеҙҙе илдәге һәм Башҡортостандағы һуңғы яңылыҡтар, район хәбәрҙәре менән таныштырыу маҡсатында эшләйбеҙ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, дуҫтар! Ун көнлөктә «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә 896 һум 22 тингә июль-декабрь айҙарына абонемент тултырып ҡалығыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтары өсөн район гәзиттәренә ярты йыллыҡ хаҡ — 809 һум 82 тин тип билдәләнгән.
Читайте нас: