+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 12:21

Минең ирекмәндәрем

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән быйылғы матур яҙҙа 90 йәшемде ҡаршылайым. Төрлө замандарҙы күрергә тура килде. Илдәге бөгөнгө хәлдәр ҙә борсоуға һала оло кешене. Шулай ҙа ҡартайған көнөмдә яңғыҙ түгелмен, изге кешеләрҙең күп булыуы күңелдә өмөт уята. Олоғайып, ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ирекмәндәр йөрөгән кеүек, беҙҙең Буранғол ауылында ла мәрхәмәтле ауылдаштарым күп. Ветерандар советы рәйесе Хәҙисә Хилалова, социаль хеҙмәткәр Миңзәлә Баязитова, күршеләрем Зәкирә, Гәүһәр, Гөлйөҙөм Сабитовалар, Рәмиә Ноғоманова, Гөлсиә, Вәсилә Усмановалар, Мәрйәм Шакирова, Мәйсәрә Тайыпова, Нурсилә Мөхәмәтова йорт мәшәҡәттәрендә ярҙамлашып, мунса ла яғып төшөрәләр, иҙәнде лә йыуып сығалар, башҡа эштәремде хәстәрләп, өҙлөкһөҙ килеп торалар. Ярҙамсыл, тырыш ҡатындарға һоҡланам һәм уларға ла минең йәшемә етеп, ҡәҙер-хөрмәт күреп ултырыуҙарын теләйем. Донъяны баҫҡан афәттән имен ҡотолорға яҙһын барыбыҙға ла.

Бәширә УСМАНОВА.

мәғариф һәм тыл ветераны.
Читайте нас: